“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы
Предмет: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресе
Тема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.
Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.
Класс: 6А
Ҡулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интерактив таҡта, электрон дәреслек
Дәрес планы:
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙы Рәми Ғариповтың тормошо, ижады менән таныштырыу, уға ҡарата ихтирам тойғоһо уятыу,
2. Рәми Ғариповтың “Аманат” ҡобайырын тәрән өйрәнеү, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,
3. Рәми Ғарипов ижады аша Тыуған илгә, туған телгә, туған халыҡҡа, уның үткәненә, тарихына, бөгөнгөһөнә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһаҙлау: Р.Ғарипов портреты, авторҙың китаптары күргәҙмәһе, тест һорауҙары, кроссворд
Ойоштороу. (1 слайд – Р.Ғарипов портреты)
Уҡытыусы:
-Хәйерле көн, уҡыусылар!
Тема һәм маҡсатҡа сығыу. (2 слайд - тема)
-Туған тел дәресен башлайбыҙ.Ҡәҙерле балалар,иҫкә төшөрәйек, беҙ һәр бер туған тел дәресендә туған тел дәресендә башҡорт халҡы, уның теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, бөйөк шәхестәре тураһында күп кенә мәғлүмәттәр алдыҡ, байтаҡ нәмәләр белдек. Хәҙер ошолар тураһында бер шиғырҙы тыңлап китәбеҙ:
(алдан әҙерләнгән уҡыусы ҡурай музыкаһы аҫтында һөйләй)
Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер керәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ;
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Уҡытыусы:
-Был шиғырҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғарипов яҙған.
Автор: Садыкова Раиля Наиловна