Главная / Дошкольное образование / Региональный компонент

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Скачать
50 КБ, 1121244.doc Автор: Субхангулова Халида Булатовна, 13 Июн 2015
Скачать
50 КБ, 1121245.doc Автор: Субхангулова Халида Булатовна, 13 Июн 2015

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художестволы әҙәбиәт”, “Музыка”.

Балаларҙың эш төрҙәре:комуникатив, әҙәби әҫәрҙе аңлау, музыкаль художестволы эшмәкәрлек.

Маҡсат: балаларға нимә ул Ватан,тыуған яҡ төшөнсәһенә аңлатма биреү,Башҡортостандың картаһы һәм символикалары менән таныштырыу,бәләкәй Ватан тураһында төшөнсә биреү,балаларҙа үҙҙәре йәшәгән ауылдың тарихы тураһында белемдәрен арттырыу;бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү,алынған тема буйынса балаларҙа һүҙлек запастарын байытыу,тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр: балаларҙа үҙ тыуған ауылының тәбиғәтен күҙҙаллау,Рәсәй һәм Башҡортостан тураһында мәғлүмәт алыу,Башҡортостан символикаларын белеү,тәрбиәсенең һорауҙарына дөрөҫ яуап бирә белеү.

Йыһазландырыу; Рәсәй төшөрөлгән иллюстрациялар,Башҡортостандағы ҡалалар,ауылдың иҫтәлекле тарихи урындары, һүрәттәр (слайдтар) ИКТ технологияһын ҡулланыу,Башҡортостан гимны.

Һүҙлек эше; держава, Мәскәү,республика,

Ойоштороу моменты:

“Минең Ватаным ” йыры яңғырай

- Йырҙа нимә тураһында йырланыла?

- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән балалар беҙҙең Ватаныбыҙ тураһында һөйләшәсәкбеҙ

2. Төп өлөш. Ватан тураһында әңгәмә ҡороу.

Әйтегеҙ әле балалар нимә ул Ватан? (Ватан - ул балалар беҙҙең тыуған һәм йәшәгән еребеҙ). Ул беҙҙең киң иркен дала, матур йәшел урман, сылтырап аҡҡан йылғаларыбыҙ.Беҙ йәшәгән матур Таштуғай ауылы, беҙ йөрөгән балалар баҡсаһы, беҙҙең атай – әсәй, өләсәй – ҡартатайыбыҙ һәм башҡа туғандарыбыҙ йәшәгән ер,тыуған ерен һәр кешелә ҡайҙағына йөрөмәһен һағынып ҡайта.

-Эйе ,дөрөҫ балалар бөтәгеҙҙә һорауҙарға дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.

(тәрбиәсенең Ватан тураһында шиғыр уҡыуы)

Үҙ еремдә – үҙ йортобоҙ,

Мине һөйгән әсәм – атам.

Баҡса, мәктәп уҡытыусым,

Башҡортостан – һөйгән Ватан.

Тыуған яғым – алтын баҫыу,

Бейек тауҙар, ҡалын урман.

Тыуған илем- Башҡортостан,

Уның менән ғорурланам.

Кешеләре татыу, уңған.

Тыныс ҡына ата һәр таң.

Киләсәге яҡты, матур,

Башҡортостан – беҙҙең Ватан.

1.(слайд күрһәтеү)

- Ватан – ул беҙ йәшәгән ер.

- Нисек атала? Эйе Рәссәй!

-Йәгеҙ әле әйтегеҙ, Рәсәй тураһында нимә беләһегеҙ?

(балаларҙың яуаптары)

-Ватан -ул беҙ йәшәгән ер.

-Ул нисек атала?(Рәсәй) дөрөҫ.

- Һеҙ Рәсәй тураһында нимә беләһегеҙ?(балалар яуап бирә).

- Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәү.

- Унда күп милләтле халыҡ йәшәй.Ул тауҙарға, күлдәргә, ҡаҙылма байлыҡтарға бай ил.

...Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, ошо

Һин баҫып торған урын,

Һәм һинең көн һайын иртән

Уйнарға сыҡҡан юлың.

Уй менән уйлап бөтмәҫлек

Бөйөк ул беҙҙең Ватан,

Хыялдар менән етмәҫлек

Бейек ул беҙҙең Ватан.

Аҡ болоттарға менһәң дә

Күренмәй уның сиге.

Бар донъяға нурын һибеп,

Яҡтыра уның бите.

2.(слайд күрһәтеү)

Балалар Рәсәй ул бөйөк держава.Уның эсенә бик күп республикалар, өлкәләр, ҡалалар инә.

- Ә беҙ ниндәй республикала йәшәп ятабыҙ?

Башҡортостанда дөрөҫ.

3.(слайд күрһәтеү)

Башҡортостан картаһын уның ҙурлығын ҡарау.

Беҙҙең республикабыҙҙа ҙур йылға, күлдәргә, тауҙарға бай еребеҙ!

Беҙең республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфө.

4.(слайд ҡарау).

Балалар беҙҙең республикала бик күп милләттәр йәшәй мәҫъәлән(рустар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һ.б.). Һәм улар бөтәһе лә дуҫ – татыу йәшәйҙәр.

Бала ятлаған шиғыр: Башҡортостан – гөлбостан

Былбылыстан, нурбостан.

Шунда тыуған, шунда үҫкән

Башҡорт тигән арыҫлан.

Физминутка

(башҡорт көйөнә тыпырлатып төрлө хәрәкәттәр яһап бейеп алыу)

- Балалар һеҙ беләһегеҙме беҙҙең илдә республикаларҙың үҙҙәренең гербтары, флагтары һәм гимндары бар.Хатта һәр райондың да үҙ символдары бар балалар. Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың гербын ҡарап үтәйек

5. (слайд ҡарау)

Башҡортостан гербында уртаһында башҡорттарҙың данлыҡлы яугир улы Салауат Юлаев төшөрөлгән, шулай уҡ унда алтын һары төҫкә мансылып яңы таң атып килгәне һәм ҡурайҙың 7 тажы төшөрөлгән ул 7 ырыу үҙ ара дуҫ татыу булғандарын күрһәтә. Иң аҫтында Башҡортостан флагы төшөрөлгән.

6.(слайд ҡарау).Башҡортостан флагы.

Шиғыр ятлау:

Башҡортостаным флагы

Тора өс төрлө төҫтән.

Күк, аҡ,йәшел, ә уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.(балаларҙың яуаптары).

- Балалар ошо төҫтәр нимәне аңлата тип уйлайһығыҙ?

Йәшел төҫ –азатлыҡты,

аҡ төҫ – тыныслыҡты,

зәңгәр төҫ – сафлыҡты белдерә.

Гимнды балалар тантаналы линейкаларҙа, ҙур йыйындарҙа, халыҡ аяҡ үрә баҫып,ир – егеттәр башлыҡтарын сисеп тыңларға тейеш. Гимндың һүҙҙәрен беҙгә Равиль Бикбаев, Рашит Шакур тигән олатайҙар яҙған.

Гимнда баҫып тороп тыңлау.

Балалар: - Һәр кешенең дә үҙенең йәшәгән бәләкәй генә Ватаны бар.

Әйтегеҙ әле һеҙҙең бәләкәй Ватанығыҙ ҡайҙа?

- Әйе, дөрөҫ ул һеҙ йәшәгән район, ауыл,һеҙ йәшәгән йорт һәм һеҙҙең туғандарығыҙ.

- Кем әйтә ауылдың һәм районыбыҙҙың исемен?

- Хәйбулла районы, Таштуғай ауылы.

Беҙҙең ауыл ул балалар тарихҡа инеп ҡалған. Төрлө легендаларға иҫтәлекле урындарға бай ауылдарҙың береһе.

- Унда бик күп ер – һыу атамалары бар.

- Кемегеҙ белә, әйҙәгеҙ әйтеп бирегеҙ. (Ҡош ояһы, Кәрим, Смаҡ, Мәхмүзә тауы Һ.б бик күп улар)

7.(слайдтар ҡарау ҡарау фотоһы)

- Әйҙәгеҙ Мәхмүзә тауы легендаһын тыңлап үтәйек.

(тәрбиәсе һөйләп ишеттерә)

Беҙҙең Таштуғай ауылы бик матур тәбиғәттең хозур урындарының береһендә урынлашҡан, унда сылтрап “Таналыҡ” йылғаһы аға, матур – матур бейек тауҙар, йәшеллекә төрөнөп ултыра. Беҙ үҙебеҙҙең ауыл менән ғорурланабыҙ.Ауылыбыҙҙы бейек матур тауҙар уратып алған, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто бар.

3. Туп менән уйын. “Беҙҙең ауыл ниндәй?”

Хәҙер мин һеҙгә һорау бирәм ауыл тураһында һеҙ уларға тулы яуаптар бирегеҙ. - Беҙҙең ауыл ниндәй.....(матур, таҙа, ҡунаҡсыл, хозур, татыу)

- Һеҙ ауылды яратаһығыҙмы?(балаларҙың яуаптары)

- Һеҙ ауылығыҙ өсөн ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?(балаларҙың яуаптары)

Беҙҙең ауыл, балалар, аттары һәм уларҙың ҡымыҙҙары менән дан тота.Уларҙы беҙҙең Алмаз һәм Гөлзәниәнең атаһы Расим олатайығыҙ ҡарай,ҡырға алып сығып көтә.

8.(слайд ҡарау)

Шиғыр уҡыу:

Болан етеҙлеге һиҙәм,

Ҡымыҙ эсһәм үҙемдә.

Һай, батырҙар эсемлеге,

Тиңе юҡ ер йөҙөндә!

Беҙҙең ауылдағы

4.Дәрескә һөҙөмтә яһау.

Бына беҙҙең Ватан буйлап сәйәхәт аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙ бөгөн тыуған ил, тыуған ер, Ватанығыҙ тураһында бик күп мәғлүмәттәр алдығыҙ.

Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙҙә үҙ тыуған ер, тыуған илегеҙгә кәрәкле гражданин, кеше булып ҡалығыҙ үҙ ауылығыҙҙы һағынып ҡайтып инегеҙ.

Балаларҙы бүләкләү.


Автор: Субхангулова Халида Булатовна
Похожие материалы
Тип Название материала Автор Опубликован