урок по башкирскому языку
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2012” конкурсына. Мәсәғүт лицейының 2 класс уҡысылары.
Тема: Ҡан ҡәрҙәш. Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен ойоштороу.
2. Текстан эште, хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙе табыу, уй-фекерләүҙе үҫтереү.
3. Телмәр үҫтереү, икмәккә ҡарата һаҡсыллыҡ, ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, проектор, карточкалар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Минең исемем – Вәлиева Әлфиә Рәфҡәт ҡыҙы.Мин Мәсәғүт гимназияһында уҡытам.
Ҡыңғырау шылтыраны
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.
Китап, дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонайыҡ беҙ эшкә.
Ә хәҙер таҡталағы яҙмаға ҡарағыҙ, нимә тураһында яҙылған икән.
ИКМӘК - БАРЫҺЫНА ЛА БАШ.
Уҡыусылар икмәк тураһында һүҙ барасағын әйтәләр.
Яңы теманы аңлатыу.
- Бөгөн беҙ икмәк тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Икмәк беҙҙең өҫтәлдәргә нисек килеп етә ул?
Уҡыусыларҙың яуабы: бойҙай сәсәләр, уны уралар, онға әйләнә, ҡамыр әҙерләйҙәр, мейестә бешерәләр, магазинда һаталар...
Эйе, әҙер икмәк беҙҙең өҫтәлгә күп кешеләрҙең хеҙмәте ярҙамында килә.
Эште, хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙе әле генә әйттегеҙ, рус теленә тәржемә итәйек.
- Ә хәҙер мин һеҙгә әкиәт уҡыйым. Нимә тураһында һәм ни өсөн шулай аталған?
(Әкиәтте уҡыу. Проекторҙан презентацияны ҡарайҙар.)
Аңламаған уҡыусыларға рус теленә тәржемә итеү.
Һүҙлек эшен ойоштороу.
Яуыз-уҫал
Сират-очередь
Мөгөҙ-рога
Таж-корона
Күкрәк һөтө-грудное молоко
Алабута-лебеда
Ҡәрҙәш-бер туған
Әкиәт туғанлыҡ, икмәк көсө тураһында.
Автор: Валеева Альфия Рафкатовна