Рабочая программа по родному( башкирскому) языку и литературе
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2–се класы өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Хөснөтдинова Ф.Ә., Дәүләтшина М.С., Хажин В.И. — Ижевск: Книгоград, 2008.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала хакимиәте “3-сө лицей” муниципаль автономиялы белем биреү учреждениеһы уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Байрам көндәренә тап килгән даталар киләһе тема менән берләштерелеп үткәрелә.
Башҡорт (дәүләт) теленә бирелгән сәғәттәр туған башҡорт теленә ҡушыла. Шулай итеп, башҡорт телен өйрәнеүгә 1 сәғәт, башҡорт әҙәбиәтенә 2 сәғәт бүленә ( бөтәһе 103- аҙнаға 3 сәғәт)
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
Автор: Юсупова Раузиня Юмабаевна