Телмәр үҫтереү алымдары
Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар
Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һанала. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәктәптә төп проблемаларҙың береһе булып ҡала килә. 90-сы йылдарға тиклем телмәр үҫтереү өҫтөндә эш инша, изложениелар яҙҙырыуға ғына ҡайтып ҡалды. Һөҙөмтәлә грамоталы яҙған,әммә ”телһеҙ” быуын үҫеп сыҡты.
Һуңғы йылдарҙа бәйләнешле телмәр үҫтереүгә булған иғтибарҙың бермә-бер артыуы ҡыуандыра. Үҙ фекереңде ҡолаҡҡа ятышлы,зиһендәргә үтеп инерлек итеп әйтә белеү,һүҙ ҡәҙерен,бәҫен аңлап, урынлы ҡуллана белеү, һис шикһеҙ, баланың үҙен, аң кимәлен үҫтереүҙең, туған тел аша милли менталитет тәрбиәләүҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Урта мәктәпте тамамлаусылар, беренсенән, дөрөҫ (грамоталы) яҙа, икенсенән әҙәби телдә һөйләй ҙә белергә тейештәр.
Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү маҡсатының мөһимлеге һәм кәрәклеге бөгөнгө осорҙа арта төшә, сөнки мәктәп таммалаған йәштәрәгә йәмғиәттә лайыҡлы урын өсөн күп көс һалырға тура киләсәк.Был осраҡта уларҙың төп сараһы – тел. Уның яҙма төрө лә,һөйләү төрө лә ныҡ үҫешкән, камиллашҡан булып, йәштәр әйтергә теләгән уй-фекерҙәрен дөрөҫ, матур әҙәби телдәяҙа ла, һөйләй ҙә белергә тейеш.
Башҡорт орфогграфияһы, дөйөм алғанда, фонетик принципҡа нигеҙләнгән, йәғни нисек әйтәбеҙ , шулай яҙабыҙ, шуға ла башҡорт телендәге яҙмаларҙа орфографик хаталар күп түгел.Ә пунктуация, йәғни тыныш билдәләренең ҡулланылыуы билдәле грамматик ҡағиҙәләргә нигеҙләнә, ә ул грамматик ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү һәм дөрөҫ ҡулланыу тел һиҙемлелегенә бәйләнгән. Тел һиҙемлелеген үҫтереүҙә тиң киҫәкле ( тиң хәбәрле), ябай һөйләмдәрҙе теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе ябай һөйләмдәргә әйләндереү күнегеүҙәре яҡшы ярҙам итә. Был осраҡта ике һүҙҙән генә торған ябай ҡушма һөйләмдәрҙең башлау яҡшы һөҙөмтәләр бирә.
Эш төрҙәре
XXI быуат – яңы информацион технологиялар заманы. Ул йәш быуындан юғары интеллектуаль үҫеш кимәлен, үҙенең киләсәген алдан күрә белеүҙе, планлаштыра алыуҙы, тормошҡа ашырыу юлдарын асыҡ төҫмөрләүҙе талап итә. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙа ла инновацион технологияларҙы файҙаланыу мөһим. Хәҙерге заман талап итеүенсә, бала үҙ аллы белем алырға, алдына ҡуйылған проблеманы сисергә ынтылырға тейеш. Был осраҡта үҫтереүсе уҡытыу методикаһының алымдарын файҙаланыу отошло.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы нигеҙендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһы алымдары ята. Был технология эҙмә-эҙлелек принцибына нигеҙләнгән. Яңы мәғлүмәт менән танышыр алдынан уҡыусы, нимә беләм һәм ул миңә артабан нимә өсөн кәрәк, тигән һорауҙарға яуап эҙләй. Мәғлүмәтте үҙләштергәндән һуң бала ниндәй яңылыҡ алыуы, уның нимә биреүе һәм нисек ҡулланылыуын иҫбатлай.
Уҡыусыларҙың тәнҡитле фекерләүен үҫтереү өс кимәлдән тора:
1-се кимәл – саҡырыу, өндәү,
2-се кимәл –уйлау, фекерләү,
3-сө кимәл –рефлексия стадияһы.
Был алымды ҡулланып, уҡыусыларға үҙ аллы эшләргә мөмкинселек тыуҙырабыҙ, уларҙың индивидуаль мөмкинселектәрен иҫәпкә алабыҙ. Был эш менән уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырабыҙ, йөкмәтке һөйләргә әҙерләйбеҙ, төп фекерҙе билдәләргә өйрәтәбеҙ
кәрәк.
1 юл - теманы асыҡлаусы бер исем.
2 юл - предметты баһалаусы ике сифат.
3 юл - предметҡа хас булған эш-хәрәкәтте белдергән өс ҡылым.
4 юл - теманың йөкмәткеһен асыусы, авторҙың темаға булған мөнәсәбәтен күрһәтеүсе фраза (цитата, мәҡәл, әйтем)
5 юл - һығымта, теманың төп фекерен ҡабатлаусы ассоциация
Тирәкле.
Йәмле, матур.
Үҫә, ҙурая, яҡшыра.
Ауылымды яратам.
Атайсалым.
Ә хәҙер бергәләп яҙып ҡарайыҡ
Ҡурай.
Моңло, тылсымлы.
Уйната, йырлата, моңландыра.
Ҡурай - башҡорт халҡының музыка ҡоралы.
Моң.
Автор: Басырова Венера Сагадатовна