Главная / Старшие классы / Родной язык и литература

эш программаһы

Скачать
296.5 КБ, 1336535.doc Автор: Валеева Альфия Рафкатовна, 9 Дек 2015

5-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Аңлатма яҙыу

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа кимәле: базалы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,

Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

- башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;

- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;

- бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

Әҙәбиәт.

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

4. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

5. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

6. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

7. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

8. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

9. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

- контроль күсереп яҙыу – 1,

- һорауҙарға яуап – 1,

- контроль диктант – 2,

- изложение – 1;

- инша – 4.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

1. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

2. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.

3. Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

4. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

6. Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.

7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

8. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.

- телевизор

- видеомагнитофон

- DVD плеер

- компьютер

- принтер

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

1. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6-сы класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Аңлатма яҙыу.

Программа бөтәһе34 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.

3. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.

4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «2-се гимназияһы» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

- Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6-сы класс өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар

1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

3. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

4. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу

5. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

~ телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

~ телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

~ бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 6-сы класта уҡытыуҙың маҡсаты – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

Йырым минең- Башҡортостан. – 4 сәғәт. З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. – 2 сәғәт. “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. –3 cәғәт. Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.

Уралып ятҡан Уралтау. – 1 сәғәт. Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем, сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Риүәйәт тураһында төшөнсә.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. – 1 сәғәт. Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Тау башында балҡый бер ҡала. – 5 сәғәт. Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.

Башҡор йолалары. – 2 сәғәт. А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Башҡорт аштары. – 4 сәғәт. Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.

Әсәм теле- сәсән теле – 4 сәғәт. Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа – 2 сәғәт. . Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.

Тылсымлы әкиәттәр. – 6 сәғәт. Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :

1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

* текстың планын төҙөү;

* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

* тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

* 5-6 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

* тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

* әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

* текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

* иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, каммилаштыра белеү күнекмәләре.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

  • Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  • Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  • Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
  • Китап, 2006 .

  • Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  • Материаль-техник ҡулланмалар.

    - телевизор;

    - видеомагнитофон;

    - магнитофон;

    - мультим
    Автор: Валеева Альфия Рафкатовна

    Похожие материалы
    Тип Название материала Автор Опубликован
    документ туған телдән эш программаһы Мухаметшина Гульнур Жадитовна 8 Дек 2015
    документ эш программаһы Валеева Альфия Рафкатовна 9 Дек 2015
    документ Туған әҙәбиәттән 7-се класс өсөн тәғәйенләнгән эш программаһы Кутушева Лилия Ильдусовна 20 Мар 2015
    документ Башҡорт (дәүләт) теле. 3 класс. Эш программаһы Мухаметшина Гульнур Жадитовна 8 Дек 2015
    документ "Һәләтле балалар менән эшләү" программаһы Гайсарова Рашида Факиловна 18 Фев 2016
    документ ОРКСЭ эш программасы Сафина Резеда Рашатовна 30 Мар 2015
    документ эш программасы математика Биктимерова Диля Вазировна 30 Мар 2015
    документ контроль эш Ганиева Люция Фаесхановна 30 Мар 2015
    документ контроль эш Ганиева Люция Фаесхановна 30 Мар 2015
    документ Мөстәкыйль эш Гасимова Чулпан Галиевна 30 Мар 2015
    разное 2 һәм 3 сыйныфлар өчен эш программасы Насибуллина Айгуль Ринатовна 31 Мар 2015
    разное 2 һәм 3 сыйныфлар өчен эш программасы Насибуллина Айгуль Ринатовна 31 Мар 2015
    разное 2 сыйныф татар теленнән эш программасы ПНШ Гатауллина Гульназ Рахимановна 31 Мар 2015
    разное 2 сыйныф татар теленнән эш программасы ПНШ Гатауллина Гульназ Рахимановна 31 Мар 2015
    документ Контроль эш Галипова Гадила Талгатовна 31 Мар 2015
    разное Эш программасы Мустафина Ильгамия Мингалиевна 31 Мар 2015
    документ математикадан эш программасы Ганиева Люция Фаесхановна 6 Апр 2015
    документ Математикадан диагностик эш Шигапова Лейсан Мансуровна 6 Апр 2015
    разное Табигый материаллар белән эш Минхайдарова Резеда Рафисовна 7 Апр 2015
    документ Эш программалары Салихова Гузалия Гависовна 17 Окт 2015
    документ эш программалары Хафизова Расима Миннулловна 17 Окт 2015
    документ Эш программасы Салихова Гузалия Гависовна 26 Окт 2015
    документ Математикадан эш программасы Курбангалиева Миляуша Назировна 14 Ноя 2015
    документ Эш тэжрибэсе. Вазиева Хания Минзяновна 19 Дек 2015
    документ Математикадан контроль эш Фатихова Фарида Харисовна 21 Дек 2015
    разное "Эш беткәч уйнарга ярый" Сабирова Рамзия Галимзяновна 17 Мар 2016
    видео Эш беткәч уйнарга ярый Нуртдинова Фанира Гатуфовна 2 Мар 2016
    документ Эш программалары Гарипова Зөлфирә Зөлфәт кызы 7 Фев 2016
    разное 5 сыйныфка контроль эш Мифтахова Гульнур Махмутовна 21 Янв 2016
    документ эш программасы Зайнуллина Гульсеяр Камилевна 8 Дек 2015
    разное Методик берекмәнең эш планы Гайсарова Рашида Факиловна 11 Апр 2016
    документ сәләтле балалар белән эш алынмалары(эш тәҗрибәсеннән) Гимазова Залия Мударисовна 20 Мар 2015
    документ Гамил Афзал фәнни эш Рашитова Илуся Салимзяновна 20 Мар 2015
    документ Эш кәгазьләре үрнәкләре Мирзаянова Лүзия Хабибяновна 20 Мар 2015
    документ "эш программасы Мирзаянова Лүзия Хабибяновна 20 Мар 2015
    документ ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЭШ ПРОГРАММАСЫ Гарипова Гузалия Хабибрахмановна 20 Мар 2015
    документ Татар теленнән эш программалары. Фархутдинова Лейля Фависовна 20 Мар 2015
    документ 5класска татар әдәбиятыннан эш планы Тинбакова Римма Варисовна 20 Мар 2015
    документ ТТАТАР ТЕЛЕ ҺӘМ ӘДӘБИЯТЫННАН ЭШ ПРОГРАММАЛАРЫ Ярмушева Рауза Рафиковна 20 Мар 2015
    документ "Без эш сөябез" Зайнуллина Зухра Тагировна 20 Мар 2015