«Ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары» ( дәрес-экскурсия ).
Маҡсат: үҙҙәре йәшәгән ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙы дауам итеү; яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, монологик телмәр үҫтереү; үҙ хәүефһеҙлеген һаҡлау һәм үҙе йәшәгән ҡалаға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: иҫтәлекле, һәйкәл, мәңгелек ут, батыр, шағир.
Типик грамматик конструкциялар: Был һәйкәл. С. Юлаев батырға ҡуйылған. Был мәңгелек ут яуҙа һәләк булған батырҙарға арнап ҡуйылған.
Йыһазландырыу: светофор һүрәте, зебра юлы, С. Юлаев һәйкәленең һүрәте, мәңгелек ут макеты.
Дәрес барышы
— Балалар, бөгөн мин һеҙҙе үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарына экскурсияға саҡырам. Экскурсияла беҙ нимәләрҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ?
— Юл ҡағиҙәләрен.
— Афарин, балалар. Иң беренсе нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
— Юлды сыҡҡанда светофорға ҡарарға кәрәк. Йәшел төҫ янһа ғына юлды аша сығырға ярай.
— Әгәр ҙә беҙ юлды аша сыҡҡан ерҙә светофор булмаһа, нимә эшләйбеҙ?
— Юлды аша сыға торған ерҙән генә тәүҙә һулға, унан һуң уңға ҡарайбыҙ. Машина килмәһә, сығырға ярай.
— Афарин, балалар. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, экскурсиябыҙҙы башлайыҡ.
Балалар етәкләшеп киләләр. Тәрбиәсе ҡыҙыл төҫ төшөрөлгән светофор күрһәтә, балалар туҡтап тора. Йәшелде күрһәткәс, алға атлайҙар.
Балаларға С. Юлаев һәйкәле төшөрөлгән һүрәт күрһәтелә.
— Балалар, иғтибар менән ҡарағыҙ. Был нимә ул?
— Был һәйкәл.
— Был һәйкәлде кемгә эшләгәндәр?
— Салауат Юлаевҡа.
— Эйе. Был һәйкәл беҙҙең башҡорт халҡының милли батыры С. Юлаевҡа арнап эшләнгән. Ә ни өсөн С. Юлаевҡа һәйкәл эшләгәндәр тип уйлайһығыҙ?
— С. Юлаев батыр булған. Беҙҙең киләсәкте яҡлаған. Кешеләр уны яраталар һәм хөрмәт итәләр.
— һәйкәл тирәһенә иғтибар итегеҙ. Уның эргәһендә нимәләр бар?
— Һәйкәл эргәһендә сәскәләр үҫә. Матур итеп юл һалынған. Ошо һәйкәлгә һоҡланып ҡарап ултырыр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған.
— Ә һеҙгә С. Юлаев һәйкәле оҡшаймы?
— Эйе, оҡшай.
— Ни өсөн? (Балаларҙың яуаптары.)
— Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, С. Юлаев батыр ғына түгел, ул оҫта шағир ҙа булған. Уның бик матур «Уралым» тигән шиғыры бар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә уҡып ишеттерәм, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
Шиғыр уҡыу һәм балалар менән ятлау. (Йәйғор, 45-се бит.)
— Әйҙәгеҙ, балалар, экскурсиябыҙҙы дауам итәйек. Юлға иғтибар итегеҙ, тәүҙә ҡайһы яҡҡа ҡарайбыҙ?
— һулға, унан һуң уңға ҡарайбыҙ. Машина күренмәй.
— Машина булмағас, юл аша сығайыҡ һәм Еңеү паркына барайыҡ. Ә был паркта нимә бар? (Мәңгелек ут макеты күрһәтелә.)
— Мәңгелек ут.
— Мәңгелек ут кемгә арнап ҡуйылған?
— Был мәңгелек ут яуҙа һәләк булған батырҙарға арнап ҡуйылған. Иғтибар итегеҙ әле: йондоҙ эсендә ут бер ваҡытта ла һүнмәй, гел янып тора.
— Ә был мәңгелек утҡа кемдәр килә?
— Кешеләр килә, сәскәләр һалалар.
— Мәңгелек ут һеҙгә оҡшаймы?
— Оҡшай. Сөнки мәңгелек утты матур, бейек итеп эшләгәндәр. Кешеләр ошо утҡа ҡарап һоҡланалар. Яуҙа һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алалар.
— Афарин, балалар. Ә хәҙер үҙебеҙҙең балалар баҡсаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. (Юлдан сығыу ҡағиҙәләрен ҡабатлайҙар.)
Автор: Ильясова Наиля Ибатулловна