Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.
1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.
2.Предмет буйынса белем: мәғрифәтсе- шағирҙың – Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадына байҡау яһау, әһәмиәтен билдәләү. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау; киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәүҙәре менән таныштырыу.
3.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү: үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; башҡарған эштәрҙе Вотум системаһы аша үҙ аллы һәм дөрөҫ баһалау.
Автор: Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна