Главная / Старшие классы / Родной язык и литература

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы

Скачать
412.69 КБ, 873486.rar Автор: Садыкова Раиля Наиловна, 1 Апр 2015

Башҡортостан Республикаһы

Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенең

Мәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы” темаһына дәрес планы

(3 класс)

Төҙөнө: башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Садыҡова Рәилә Наил ҡыҙы

Туймазы 2015

Тема: Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ- һәм юҡлыҡ формаһы.

Маҡсат:1.Ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаларын өйрәнеү; уҡыусыларҙың Башҡортостан тураһында белемдәрҙе үҫтереү; хайуандарға ҡарата ихтирам, һаҡсыллыҡ тойғоһон тәрбиәләү.

Йыһаҙлау: ТСО, Флаг, герб, һүрәте, гимн – аудиотаҫма, видеояҙыу.

Дәрес барышы:

I.Ой.мәле.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ! Һауа торошон һорашыу.

Бөгөн ниндәй көн. Нисәнсе число? Аҙнаның ниндәй көнө?

Уңыш ситуацияһын ойоштороу. (1 слайд)

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

Дүртле, бишле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Артикуляцион күнегеү (2 слайд)

Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ,

Һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, теманы белеү (3 слайд)

- Уҡыу, тәржемә итеү

- Уҡыусылар, аҫтарына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итәйек!

1)Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай.

2) Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә күп тешләй.

3) Өйгә эштәрҙе эшләгәндә башҡорт телененән эште эшләмәгәнмен.

III.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

1. Ҡылымдарҙың барлыҡ, юҡлыҡ категорияларын өйрәнеү (4 слайд)

1) Ҡағиҙә сығарыу:

Барлыҡ положительная форма глагола: уҡый, эшләй

Юҡлыҡ отрицательная форма глагола: -ма, -мә: уҡымай, эшләмәй.

2) Һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу, ҡылымдарҙың аҫтарына һыҙыу

2.”Башҡортостан” темаһын өйрәнеү

1) Текст өҫтөндә эш.

- Һүҙлек эше (5 слайд)

иркен – просторный

тәшкил итә – составляет

тоташа – соединяется

бүленә – делится

өҙлөкһөҙ - непрерывно

- Тексты уҡыу, тәржемә итеү

- Һорауҙарға яуап биреү

Башҡортостан ниндәй өлкәләр менән күрше?

Башҡортостанда нисә район бар? Һин уларҙың ҡай һыларын беләһең?

Башҡортостан ерендә ниндәй транспорт йөрөй?

Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһына нимәләр инә? (6,7 слайд)

2)Башҡортостан символикаһы тураһында һөйләшеү

(Башҡортостан Республикаһының флагын ҡарау) (8 слайд)

(алдан әҙерләнгән уҡыусы һөйләй)

- Башҡортостан Республикаһының флагы өс төҫтән тора. (9 слайд) Флагтағы зәңгәр төҫ аяҙ күкте, тыныслыҡты белдерә. Аҡ төҫ – яҡты киләсәк билдәһе. Йәшел төҫ сафлыҡты, матурлыҡты аңлата. (10 слайд) Флагтағы ҡурай сәскәһе халыҡтар дуҫлығын, берҙәмлеген белдерә. (Во флаге Республики Башкортостан синий цвет означает ясность, добродетель и чистоту помыслов народов республики, белый — их миролюбие, открытость, готовность к сотрудничеству; зеленый — свободу, вечность жизни. Цветок курая — символ дружбы, 7 его лепестков, расположенных в центре белой полосы, символизируют 7 родов, Башкортостана на его территории. Окружность, обрамляющая цветок, — знак вечного движения. Синий и белый цвета флага совпадают с цветами флага России — подтверждение того, что башкиры веками жили в мире и дружбе с Россией.) (11 слайд) Авторы флага – Урал Масалимов и Ольга Асабина

(икенсе уҡыусы һөйләй)

- (12 слайд) Беҙҙең герб: Түңәрәк эсендә Салауат Юлаев һәйкәле. Уҡа сығып килгән ҡояш нурҙары һибелә. Аҫтараҡ ҡурайҙың ете тажы төшөрөлгән. Ул халыҡтар дуҫлығын аңлата. Унан да аҫта “Башҡортостан” тип яҙылған республикабыҙ флагы бирелгән. Башҡортостан гербын рәссам Фазлетдин Ислахов эшләгән. (13 слайд) (Государственный герб Республики Башкортостан представляет собой изображение памятника Салавату Юлаеву на фоне восходящего солнца и его лучей, вписанное в круг, обрамленный национальным орнаментом. Ниже изображено соцветие курая, лента, окрашенная в цвета Государственного флага Республики Башкортостан,
с надписью по белому полю “Башкортостан”.)

- (14 слайд) (Гимнды тыңлау) Дәүләт гимның авторҙары Р.Бикбаев, Р.Шәкүр, көйө – Фәрит Иҙрисов (Авторы Государственного Гимна Республики Башкортостан, слова (на башкирском) — Равиль Бикбаев, Рашит Шакур, слова (перевод на русский) — Фарит Идрисов, Светлана Чураева, музыка — Фарит Идрисов)

Ял минуты.

IV. Үтелгәндәрҙе нығытыу

Видеояҙма ҡарау

Башҡортостан тураһында мәғлүмәт(рус телендә)

V. Рефлексив анализ, баһалау

- Бөгөн дәрестә беҙ нимә менән таныштыҡ?

- Үҙегеҙ баһа ҡуйығыҙ.

VI. Өйгә эш (15 слайд)

1. Яңы һүҙҙәр менән бәйләнешле текст төҙөргә.

2. Башҡортостан тураһында сығыш әҙерләргә.

3. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.


Автор: Садыкова Раиля Наиловна
Похожие материалы
Тип Название материала Автор Опубликован
разное Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы Садыкова Раиля Наиловна 1 Апр 2015
документ Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе. Сайетова Гульнара Мубаракьяновна 22 Янв 2016
документ Башҡортостан инша Илимбетова Гузель Минзамановна 7 Дек 2015
документ Тыуған илем Башҡортостан Абхалимова Гильминур Хабибулловна 20 Мар 2015
разное Башҡортостан көнөнә арналған кисә Гарипова Зульфия Равиловна 4 Апр 2015
документ Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем» Мысыргалина Ханифа Анваровна 15 Окт 2015
документ Башҡортостан -тыуған илем.Байрам. Ильясова Гульфинур Рауфовна 19 Сен 2015
презентация Р. Ғариповтың "Башҡортостан"шиғыры буйынса дәрескә презентация Саматова Әлиә Марс ҡыҙы 20 Мар 2015
документ Р. Ғариповтың "Башҡортостан"шиғыры буйынса дәрес Саматова Әлиә Марс ҡыҙы 20 Мар 2015
документ 5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы" Габдулбасырова Гульназ Зафировна 31 Мар 2015