Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)
Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат: балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү, әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү, әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу. Йыһыз: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар Көй аҫтында балалар залға инәләр. I алып барыусы: - Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ. Берҙән – берем, күҙ нурым, тип Һәр саҡ арҡаңдан һөйә. Сирләгәндә төн йоҡламай, Зарыңды белә, көйә. Кем һуң ул һинең өсөн? Ул – һөйөклө әсәйем. II алып барыусы: - Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә. I алып барыусы: - Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. - Ә хәҙер һүҙ балаларға: Әсәй ул – һауа! Әсәй ул – яҡтылыҡ! Әсәй ул – бәхет! Әсәй ул – йылылыҡ! Әсәй ул – тыныслыҡ! - Мин әсәйемде яратам! Йыр “Мин әсәйемде яратам” Балалар ултырғыстарға ултыра. II алып барыусы: - Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер. Балалар шиғыр һөйләй. 1-се бала: Иртән һөйөп уята, Эсерә тәмле сәйен. Баҡсаға ла оҙата Көләс йөҙлө әсәйем. Ҡаршы ала йылмайып, Ашы, сәйе өҫтәлдә. Өйҙө матурлап ҡуя Ҙур ҡунаҡты көткәндәй. 2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә, Беләйек ҡәҙерҙәрен. Һәр эштә ярҙамлашып, Күрәйек күңелдәрен. 3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым, Әсәйемә оҡшаған. Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ. Ҡурсағым да, әсәйем дә, Икеһе лә йоҡлаған. 4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға Иҙәнде йыуып ҡуям. Ҡасан ҡайта инде, тиеп, Һағынып көтөп алам. 5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле, Әсәйем янда һәр саҡ. Һин булғанға ғына, әсәй, Көндәрем яҡты һәр саҡ. I алып барыусы: - Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр. Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай. Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә: - Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен? - Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр. - Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай. - Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер. - Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар? - Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр. - Ә уның исеме кем булыр? - Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң. I алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға) - Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел. II алып барыусы: Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным, Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным. Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны. I алып барыусы: - Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү. Ҡыҙҙар бейеүе. I алып барыусы: - Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр. - Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ? (Балаларҙың яуаптары). - Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ. Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм” II алып барыусы: - Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була. Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә) - Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен). - Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ. Бейеү “Полька” I алып барыусы: - Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ! “Бишек йыры” (әсәй башҡара) II алып барыусы: - Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен. Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек. Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер. Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә. Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын. Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. - Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ. (Балалар сценкаға сыға) Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе” Сценка “Терпекәй” Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған. Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр! Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн! Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ. Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға? Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға. Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням. Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам. Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ! Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға. Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем? Терпе сыға. Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр. Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым I алып барыусы: - Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең Ғәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ. Шиғыр: Әсәйемдең ҡулы алтын, Тәмле аштар бешерә. Энә алһа ҡулдарына Матур кейемдәр тегә. II алып барыусы: - Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек. Уйын “Әсәйҙе биҙәндер” 5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә. - Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр. Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы I алып барыусы: - Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ! Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе) Балалар әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр. Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе ә башҡарыуында йыр. - Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ. Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара) II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелд
Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна