Главная / Дошкольное образование / Региональный компонент

Кәкүк сәйе байрамы.

Скачать
19.29 КБ, 1121243.docx Автор: Субхангулова Халида Булатовна, 13 Июн 2015

Кәкүк сәйе байрамы.

Маҡсат:

1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.

2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.

3. Йолаларға ҡарата, башҡорт теленә,

4. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йылға буйында, яланда. Тирәктәр үҫеп ултыра.

Ҡоштар һайрағаны ишетелә.

Әбей( сәскә йыйып йөрөй): эй, йәмле Дим буйҙары, ҡалай матур тирәк төбө, ниндәй күркәм ялан! Балаларҙы саҡырайым әле.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар әйҙәгеҙ әле Кәкүк сәйенә! (Самауыр ҡуйып ебәрә.)

Малайҙар һәм ҡыҙҙар килеп сығалар

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ, инәй! (кәкүк тауышы ишетелә).

Гөлзәниә: Моңло кәкүк, әйтсе -әлүк. Миңә нисә йәш?

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

Кәкүк ете тапҡыр ҡысҡырғас,балалар хор менән: Һиңә ете йәш!

Батыр : Моңло кәкүк, әйтсе кәкүк. Мин нисә йәшкә тиклем йәшәйем?

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

Гөлзәниә : Оҙон ғүмерле булаһың! Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле.

Бөтәһе лә түңәрәккә тотоношоп баҫалар.

Кәкүк сәйе байрамына

Беҙ аҡ ҡалас бешерҙек.

Бына шулай ҡабарған

Бына шулай бик бейек.

Бына шулай киңерәк,

Бына шулай түңәрәк.

Ҡаласты түңәрәк буйлап йәшерәләр. Уртала Гөлзәниә күҙен йомоп тора. Ул ҡаластың кемдә икәнен дөрөҫ әйтмәһә, уға яза бирәләр. Бейергә.

Малайҙар таҡмаҡ әйтә: Баҫыр ул, баҫыр ул,

Баҫыр өсөн килгән ул

Уйнап- көлөп күңелдәрен

Асыр өсөн килгән ул.

Ҡыҙҙар: Бейеүсенең итәгенә

Алма биҙәге төшкән

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгес

Яңы бейергә төшкән.

Гөлзәниә : әйҙәгеҙ, "Аҡ тирәк, күк тирәк "уйының уйнайыҡ.

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Аҡ тирәк, күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Беҙгә Алмаз кәрәк. (бер нисә тапҡыр әйтәләр, уйнайҙар)

Юлиә: әйҙәгеҙ ярышып алайыҡ!

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

(Ҡыҙҙар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереп ярыша. Малайҙар тоҡ кейеп көс һынаша.)

Илида: әйҙәгеҙ, "Һәпәләк” уйының уйнайыҡ!

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Кем ҡала? Маянһылыу ҡала. Малайҙы тоторға тейеш.Улар тауыш биреп йөрөйҙәр.

Ришат ҡала. Ҡыҙҙар сулпылары менән сыңлаталар. Тик Ришат тота алмай.

Наҙгөл: булманы инде һинән, әйҙәгеҙ, "Ритайым” бейеүен бейеп алайыҡ! Данияр башла. ( Бейейҙәр).

Әбей: уйнап, бейеп туйғанһыҙҙыр, сәй ҙә ҡайнаны, әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, Кәкүк сәйенә рәхим итегеҙ.

Аҡ тирәк, күк тирәк.

Балалар икегә бүленеп, ике яҡҡа баҫалар.

Уйындар

"Аҡ тирәк, күк тирәк! Уйыны.

Уйнаусылар ике төркөмгә бүленеп, етәкләшеп ике яҡҡа баҫалар. Беренсе төркөм башлай:

- Аҡ тирәк – ти. Икенсе яҡ:

- Күк тирәк – ти.

- Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

- Беҙгә Линара кәрәк!

Линара ҡаршы яҡҡа йүгереп, бөтә көсө менән ҡулдар сылбырын өҙөргә тейеш. Өҙһә, бер уйнаусыны үҙенең төркөмөнә алып китә. Ҡулдарын ысҡындыра алмаһа, Камилә был төркөмдә ҡала. Ә хәҙер икенсе төркөм башлай. Уйын шулай дауам итә. Ҡайһы төркөмдә уйнаусылар күп була, шул еңеүсе була.

"Һәпәләк” уйыны.

Уйнаусылар түңәрәккә баҫалар, ә берәү уртала күҙен бәйләп ҡала. Ҡыҙ ҡалһа, егеттәр "кә-күк” тип тауыш бирә. Әгәр ҙә малай ҡалһа, ҡыҙҙар сулпыларын сыңлаталар. Малай уларҙы тоторға тейеш. Кем тотола, шул ҡала. Кем тота алмай, шул еңелә.

"Ритайым” бейеүе.

Бейеүселәр түңәрәккә баҫалар. Береһе бейеүҙе башлай, ул үҙенең күңеленә хуш килгән бейеүсе янына бара ла, тыпырлап бейергә саҡыра ла, үҙе менән бейергә төшә. Ҡалған бейеүселәрҙе шулай уҡ тыпырлап, береләп бейергә саҡыра.

Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр. Һуңынан дүрт яҡҡа ҡулдары менән тотоношоп, ҡапҡа яһап баҫалар. Ҡаршы торғандары менән урындарын алышалар. Урындарында бейеүселәр бер-береһенең арҡаһына ҡулдарын ҡуйып, тыпырлап әйләнәләр. Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр.


Автор: Субхангулова Халида Булатовна
Похожие материалы
Тип Название материала Автор Опубликован
документ Кәкүк сәйе байрамы. Субхангулова Халида Булатовна 13 Июн 2015
документ „Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы. Байракаева Гулькай Радиковна 20 Мар 2015
разное Шәжәрә байрамы Сөләймәнова Гөлшат Зариф ҡыҙы 3 Дек 2015
документ Әлифба байрамы Сафина Линура Халиловна 16 Фев 2016
документ Сөмбөлә байрамы! Газимова Гузель Раисовна 20 Мар 2015
документ " Уҡытыусылар көнө" байрамы Гибадуллина Зиля Римовна 20 Мар 2015
документ Шежере-байрамы Козырева Светлана Александровна 30 Мар 2015
документ Әлифба байрамы Аккужина Фарига Гатиятовна 31 Мар 2015
документ Әлифба байрамы Сайетова Гульнара Мубаракьяновна 2 Мар 2016
документ Һуңғы ҡыңғырау байрамы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 19 Фев 2016
документ Һуңғы ҡыңғырау байрамы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 19 Фев 2016
документ Яңы йыл байрамы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 23 Янв 2016
документ Һуңғы ҡыңғырау байрамы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 23 Янв 2016
документ Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы" Фаршатова Альфия Анваровна 20 Мар 2015
документ "Шәжәрә байрамы" сценарийы Багаутдинова Альмира Рафаиловна 1 Апр 2015
документ 8 март байрамы өсөн сценарий Мавлетова Зилда Ахмадиевна 21 Фев 2016
документ Өләсәйем ҡурсағы байрамы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 23 Янв 2016
документ Көҙгө бал байрамы конкурсы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 23 Янв 2016
документ Ҡорама ҡорау байрамы - йолаһы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 23 Янв 2016
документ Ҡаҙ өмәһе байрамы-йолаһы Мавлетова Зилда Ахмадиевна 23 Янв 2016